Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 10:00

Өфө кадеттары - иң яҡшылары!

Өфөнөң ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат кадеттары Һамар ҡалаһында 14-се Хәтер Парадында ҡатнашып, беренсе урын яуланы.

Өфө кадеттары - иң яҡшылары!Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!

Өфөнөң ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат кадеттары Һамар ҡалаһында 14-се Хәтер Парадында ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Улар 1941 йылғы хәрби маршҡа арналған был мөһим ваҡиғала үҙҙәренең яҡшы әҙерлеге менән   Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтте. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына хөрмәт күрһәтеү өсөн бөтә илдән 7500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡайны.

Бөгөн баш ҡалала, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә  Өфө кадеттарын Хәтер Парады иҫтәлегенә әҙерләнгән иҫтәлекле билдә менән бүләкләнеләр. Наградаларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, «Берҙәм Рәсәй» партияһының  төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов тапшырҙы.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Өфө кадеттары - иң яҡшылары!
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас