Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 12:25

Буласаҡ эшҡыуарҙар бизнес серҙәрен өйрәнде

Сибайҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.

Буласаҡ эшҡыуарҙар бизнес серҙәрен өйрәндеБуласаҡ эшҡыуарҙар бизнес серҙәрен өйрәнде
Буласаҡ эшҡыуарҙар бизнес серҙәрен өйрәнде
 
Сибай концерт-театр берләшмәһе бинаһында үткән сара "Работа России. Время возможностей" Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенең төбәк этабына ярашлы үтте.
Ҡатнашыусылар Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм бүлеге начальнигы Ирина Ирназарова, "Деловой мир Зауралья" бизнес-инкубаторы ойошмаһы директоры Әлфиә Насретдинова, Белорет ҡалаһының "Минең бизнесым" үҙәге етәксеһе Светлана Черепенькина сығыш яһаны.
"Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты буйынса үҙ эшен асырға теләүсе 30-лап кеше консультация алды, тип хәбәр итәләр.
Фото: Администрация г.Сибай.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас