Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 15:30

Абау, ҡурҡыныс яңылыҡ!

Башҡортостандың ҡайһы ҡалаларына ер убылыу хәүефе янай?

Абау, ҡурҡыныс яңылыҡ!Абау, ҡурҡыныс яңылыҡ!
Абау, ҡурҡыныс яңылыҡ!

Өфө, Бөрө һәм Благовещен - ер убылыу йәһәтенән иң хәүефле ҡалалар. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының "Честно говоря" тапшырыуында инженер-геологик һәм карстологик эҙләнеүҙәр буйынса эксперт Юрий Стром һөйләне.

Өфө нефть техник университетының геология, гидрометеорология һәм геоэкология кафедраһы мөдире Владимир Никоновтың тура эфирҙа билдәләүенсә, республиканың баш ҡалаһында Черниковка һәм Рәсәй урамының бер өлөшө, шулай уҡ Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларының ярҙары хәүефле райондарға ҡарай.

- Беҙҙең ҡаланың рельефы, геологияһы ҡатмарлы. Өфөнөң проблемаһы шунда: ул ике тиҙ "йыуылған" тоҡомдан - карбонаттарҙан һәм кальций сульфатынан торған ерҙә урынлашҡан. Айырыуса гипс йомшаҡ. Был процестарҙы техноген тәьҫирҙәр тиҙләтә - һыу ағыуы, ҡала транспортының вибрацияһы, төҙөлөш тығыҙлығы, тупраҡта барлыҡҡа килгән тәбиғи электр ағымдары... Тәбиғәт бушлыҡты яратмағас, барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡтарҙы "ҡыйыҡ" менән ҡапларға тырыша, - тип аңлатты ғалим.

Әйткәндәй, элегерәк тикшеренеүселәр Башҡортостандың тигеҙлек территорияһы төрлө кимәлдә "карстоопасно" тип билдәләгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас