Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Апрель 2025, 06:50

8 йылға төрмәгә

Салауат ҡалаһында граждан ҡатынын табурет менән туҡмап үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығы хәбәр итә.

8 йылға төрмәгә8 йылға төрмәгә
8 йылға төрмәгә

Фажиғә 2025 йылдың ғинуарында була.

Барыһы ла ғәҙәти көнкүреш ыҙғыш-талаштан башлана. Ир ҡатынды йоҙроҡлап, типкеләп туҡмай, һуңынан ҡулына табурет ала...

Ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән урынында вафат була. Уны үлтереүсе йәшеренеп йөрөмәй, күршеһенә шылтыратып, булған хәл тураһында һөйләй. Тиҙҙән уны хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулға ала. Тикшереү барышында Салауат ҡалаһы буйынса Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре етерлек дәлилдәр базаһын йыя. Суд ирҙе Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса ғәйепле тип таба. Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Хәҙер уға ҡаты режимлы колонияла 8 йыл үткәрергә тура киләсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас