Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 16:27

Ыштанһыҙ ҡалғансы ышаналар...

Телефон аферистары ҡатынды ҡурҡытып, унан өс миллион һумдан ашыу аҡса урлаған!

Ыштанһыҙ ҡалғансы ышаналар...Ыштанһыҙ ҡалғансы ышаналар...
Ыштанһыҙ ҡалғансы ышаналар...

Өфөлә йәшәүсе ҡатын таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеүҙәре тураһында бер кемгә лә һөйләмәй, сөнки улар үҙ-ара эш итеүҙәре тураһында мәғлүмәтте таратыуҙы тыйған.

Ғариза биреүсегә мессенджерҙа "страховка агенты" шылтырата һәм поликлиникала медицина полисын алмаштырыу барыуы, уны алыу өсөн СМС-хәбәрҙән кодты әйтергә кәрәклеге тураһында әйтә. Ҡатын эш менән мәшғүл булғанлыҡтан, кодты атай.

Бер аҙҙан уның шәхси кабинетына "Дәүләт хеҙмәттәре"нә инеү тураһында белдереү килә. Ҡатынға "портал һәм банк белгестәре" шылтырата башлай. Улар уның кодты мутлашыусыларға биргәнен һәм хәҙер паролде үҙгәртергә, шулай уҡ уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш итергә кәрәклеген хәбәр итә. Аферистар билдәһеҙ кешеләрҙең уның аҡсаһын алырға маташыуын һәм быға юл ҡуймау өсөн бар булған аҡсаны алырға кәрәклеген өҫтәй.

Мутлашыусыларҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын кеҫә телефоны һәм сим-карта һатып ала, тупланмаһын бирә, кредит алып та билдәһеҙ иҫәпкә күсерә. Шулай уҡ мутлашыусылар автосалондарҙы тикшереүҙә ярҙам итеүҙәрен һорай. Бының өсөн ҡатын үҙенең автомобилен һатырға, килешеүҙең законлы булыуын тикшерергә тейеш була. Улар уны, машинаны һатҡандан һуң ул мотлаҡ кире ҡайтарыласаҡ, тип ышандыра.

Ҡатын телефон муттарының һүҙенә ышана һәм бөтә күрһәтмәләрҙе үтәй. Әммә бер нисә көн үткәс, ул бөтә чаттар ҙа юйылғанын күрә һәм банктың ҡыҙыу линияһына шылтыратып, мутлашыусыларҙан алданыуы тураһында хәбәр итә.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159 статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Полиция хеҙмәткәрҙәре мошенниктарҙың төрлө һылтау менән эш итеүе ихтималлығын иҫкә төшөрә! Мошенниктарҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн таныш булмаған кешеләрҙән килгән мәғлүмәт менән һаҡ эш итергә кәрәк. Бер ниндәй сәбәпһеҙ уларға смс-хәбәрҙәрҙәге кодтарҙы, паролдәрҙе һәм банк картаһы реквизиттарын бирмәгеҙ. Аҡсаларҙы "хәүефһеҙ иҫәптәргә" күсермәгеҙ!


Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас