Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 10:00

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Яугирҙар ил мәнфәғәттәрен яҡлағанда, уларҙың яҡындары хәстәрлеккә һәм ярҙамға мохтаж. Бигерәк тә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр.  

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫИзгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

 

Хәйбулла районының  Аҡъяр ауылында  Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙ инициативаһы менән бергә йыйылып, махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған яугир Роберт Закировтың өләсәһе Фәхерниса Юлдашбаеваға ярҙам иткән. Ҡатын - ҡыҙҙар өйҙө йыйыштырған, түшәм-иҙәндәрен йыуған, тыштан  йортто аҡлаған, ир-егеттәр ихатаны тәртипкә килтергән.

Оло йәштәге инәйгә бер үҙенә көнкүреш мәшәҡәттәрен  башҡарыу еңел түгел. Ул үҙенең ярҙамсыларына сикһеҙ рәхмәтле . Ысын геройҙы тәрбиәләгән өләсәй ауылдаштарының хәстәренә, яңғыҙ ҡалдырмауҙарына  ихлас ҡыуана.

 

 

Фото: " Акъяр подслушано в Хайбуллинском " төркөмөнән.

 

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас