Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 16:22

Банк картаһын әүҙемләштереү хәүефе

Күмертауҙа йәшәгән 66 йәшлек ҡатын яңы хәйләгә эләккән: банк картаһының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуға бәйле ул банк бүлексәһендә яңыһын ала, әммә уны ҡуллана алмай, сөнки ваҡытында активлаштырмай.

Банк картаһын әүҙемләштереү хәүефеБанк картаһын әүҙемләштереү хәүефе
Банк картаһын әүҙемләштереү хәүефе

Был процедураны банк хеҙмәткәре ҡатнашлығында йәки тейешле ҡушымта аша дистанцион рәүештә үткәрергә кәрәк.

Бының урынына пенсионер ҡатын интернетта ярҙам эҙләй.

Уның һорауҙарына муттар яуап биреп, телефон аша һөйләшеү барышында банк картаһын активлаштырыу һылтауы менән һылтанмаларға баҫырға һәм таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләренә буйһонорға күндерә.

Һөҙөмтәлә, пенсионер ҡатындың иҫәптәге бөтә аҡсаһы урлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иҫәп-хисап менән бәйле бөтә ғәмәлдәрҙе банк бүлексәһендә йәки рәсми ҡушымта ярҙамында ғына башҡарырға кәрәк!

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bashmoshki

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас