Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Апрель 2025, 18:15

Атаҡ! Ишеттегеҙме хәтәр яңылыҡты?!

Бер районда мәйеттәрҙе "терелтә" алалар!

Атаҡ! Ишеттегеҙме хәтәр яңылыҡты?!Атаҡ! Ишеттегеҙме хәтәр яңылыҡты?!
Атаҡ! Ишеттегеҙме хәтәр яңылыҡты?!

Баймаҡ районы прокуратураһы билдәләүенсә, маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн урындағы дауахананың ике табибы элек вафат булған ике пациентҡа диспансеризация үткәрҙек тип ялған мәғлүмәттәр биргән.

Прокуратура инициативаһы буйынса ғәйепле вазифалы кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Йәғни "Медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа мәнфәғәттәр конфликты тураһында мәғлүмәт биреү бурысын үтәмәү" статьяһы буйынса штраф һалғандар. Бынан тыш, учреждениеның баш табибына киләсәктә бындай тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа ҡушҡандар.

Фото:Ксения Калинина.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас