

Өфө районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Юл фажиғәһе бөгөн иртәнге сәғәт биштәр тирәһендә М5 "Урал" Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлының 1461-се саҡрымында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 59 йәшлек водитель, Һамар яғынан Силәбегә табан "Вольво" йөк автомобилендә китеп барғанда транспорттың хәрәкәте йүнәлешендә атлаған 69 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Ир ауыр йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында вафат була.
Фажиғә буйынса тикшереү бара, тип ДАИ-нан хәбәр итәләр.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd