Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2025, 12:15

Сабыйҙың башына йоҙроҡлап һуҡҡан ир аҡтығы!

Имсәк балаға нисек ҡулы күтәрелгән?!

Сабыйҙың башына йоҙроҡлап һуҡҡан ир аҡтығы!Сабыйҙың башына йоҙроҡлап һуҡҡан ир аҡтығы!
Сабыйҙың башына йоҙроҡлап һуҡҡан ир аҡтығы!

Өфөнән ир сабыйҙың һаулығына аңлы рәүештә ауыр зыян килтергән өсөн суд алдына баҫа.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл мартта иҫерек ир менән уның граждан ҡатыны араһында иреш-талаш ҡуба. Низағ мәлендә ир ҡатындың ҡулында булған сабыйҙың башына һуға. Бәпескәйҙең баш һөйәге һынған, мейеһе зарарланған (һаулығына ауыр зыян килтерелгән).

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Енәйәт эше Өфөнөң Октябрь районы судына ҡарау өсөн ебәреләсәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас