

Туҡмаҡбаш ауылынан 58 йәшлек Рәсим дуҫына һөйәктәре ауыртыуына зарлана, ул урындағы дауалаусыға күренергә кәңәш бирә. Дуҫтар бергә дауаланырға бара, әммә һөйәк ултыртыусы Рәсимдең иптәшен, ҡамасаулайһың, тип ҡыуып сығара.
Иргә көнбағыш майы менән массаж эшләр өсөн кейемен сисергә ҡуша.
Релакс тиҙ генә килә, ир йоҡлап китә. Уянып китһә, оҫтаның уның өҫтөндә ултырыуын күрә. Рәсим ҡаршылаша башлағас, халыҡ табибы простатитты, дауаларға кәрәк, тип яуап бирә. Рәсим бындай хәлгә түҙә алмай, массажсыны быуып үлтерә һәм 6 йылға колонияға эләгә. Әле хөкөм эше кассацияға бирелгән.