

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 17 апреленән Башҡортостан Республикаһында М5 "Урал" Мәскәү-Рязань-Пенза-Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль юлында 1464+828 километрҙан (Өфө ҡалаһы) 1548+651 километрға тиклем (Силәбе өлкәһе сиге) техник яҡтан рөхсәт ителгән максималь ауырлығы 12 тоннанан ашыу йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт саралары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде.
Был Силәбе өлкәһенең 1548+651 километрҙан 1691+000 километрға тиклем участкала техник яҡтан рөхсәт ителгән максималь ауырлығы 12 тоннанан ашыу булған йөк машиналары өсөн ваҡытлыса хәрәкәтте сикләүҙе индереү менән бәйле.
Ҙур йөк транспорты хәрәкәте өсөн альтернатив маршруттар тәҡдим ителгән.
Фото: БР ДАИ.