«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса стеланы асыу муниципалитет тарихында мөһим ваҡиға һәм был ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт иткәндәргә хөрмәт символы булып тора. Асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Салауат Фәтҡуллин, төбәктең хәрби комиссары урынбаҫары подполковник Ринат Латипов Һәм Байконур ветерандары ойошмаһы етәксеһе полковник Николай Еськов сәләмләне.
Сарала ҡатнашыусылар яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскәләр һалды. Стеланы асыу хоҡуғы Совет Армияһы отличнигы һәм РВСН-дың республика ветерандары советы ағзаһы Владислав Заһировҡа һәм РВСН ветераны Фаил Әхмәтовҡа бирелде.
- Был һәйкәл район халҡы өсөн ғорурлыҡ сығанағы һәм йәштәр өсөн өлгө булһын, - тине ҡатнашыусылар.
Фото: Администрация муниципального района Кигинский район РБ.