Шишмә ғәҙәттә яҡынса 25 көн аға, һуңынан 10-15 көн эсендә кәмей барып, киренән ер аҫтына инеп юғала, тип яҙа Фәнүр Шаһиев: "Шишмә уртаса 40 көн аға (30 көндән алып 60 көнгә тиклем). Быйыл яҡынса май аҙағына тиклем ағасаҡ. Ләкин беҙ шулай тип фаразлаһаҡ та, барыһы ла Хоҙай ҡулында".
Автомобиль туҡталҡаһы һәм шишмә һыуы бушлай. Шишмәне төҙөкләндереүгә, дежурға, йыйыштырыуға аҡса ҡалдырырға теләүселәр өсөн Әүлиә шишмәһе янында йәшниктәр ҡуйылған.
Ял һәм байрам көндәрендә бик күп кеше килә, 11.00-17.00 сәғ. бигерәк тә кеше күп йыйыла. Сәғәттәр буйына сиратта торғоғоҙ килмәһә, аҙна уртаһында, тәүге егерме көн эсендә (апрель аҙаҡтарына тиклем) килергә тырышығыҙ. Иртә менән, кисен дә кеше аҙыраҡ. Учалылар, Мейәс халҡы эштән һуң килеп тә, ҡояш байығанға тиклем һыу алып өлгөрәсәк.
Һәр кешегә бишәр литр һыу алырға мөмкин. Насостар булмаясаҡ.
Әүлиә шишмәһендә дежур иткән кешеләрҙең хеҙмәтен ихтирам итегеҙ.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә миһырбанлы булығыҙ.
Йыланды, Сәлих шишмләренең дә һыуы бик тәмле, шифалы.
Әүештау - изге урын һанала! Изге ниәттәр менән генә килегеҙ, ҡомһоҙлоҡ күрһәтмәгеҙ! Изге теләктәр, доғалар ҡылығыҙ.
Шишмәлә һәм юлда видеокамералар тора.
Машиналарҙы аҫҡы туҡталҡала ғына ҡуйырға мөмкин. Өҫкә ялан - ял урыны. Унда машина менән инергә рөхсәт юҡ (шлагбаумдар ҡуйылған).
Бәҙрәфтә таҙалыҡ һаҡлағыҙ.
Әүештауҙа сүп-сар ҡалдырмағыҙ! Усаҡ яҡмағыҙ! Спиртлы эсемлектәр эсеү ҙә тыйыла.
Талпандарҙан һаҡланығыҙ! Тауҙағы ер талпандарға ҡаршы эшкәртелмәгән.
Сәскәләрҙе, үләндәрҙе өҙмәгеҙ! Тәбиғәтте киләһе быуындарға һаҡлайыҡ!
Фото: https://vk.com/id103336706?z=photo103336706_457242746%2Fc3730f6f553dca9301