Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2025, 07:45

Үсле ут төртөүсе, тигәнебеҙ, килен кеше!

Ҡайны-ҡәйнәһен элекке килендәре эҙәрлекләй! Бына һиңә... 

Үсле ут төртөүсе, тигәнебеҙ, килен кеше!Үсле ут төртөүсе, тигәнебеҙ, килен кеше!
Үсле ут төртөүсе, тигәнебеҙ, килен кеше!

Өфөлә автомобилде яндырыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Автомобилде яндырыуҙа 36 йәшлек ҡатын ғәйепләнә. Ул Благовещен ҡалаһынан.

РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше РФ ЭЭМ 6-сы полиция бүлегенең тәфтиш подразделениеһы тарафынан  асылған. 

Баҡтиһәң, был ҡатын элекке ҡайны-ҡәйнәһе менән дошманлаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 15 апрель кисендә ул Октябрь проспектындағы йорт ихатаһына килеп, ҡайныһының машинаһына ут төртә. Шунан авто хужалары урамға килеп сыҡҡас, элекке ҡәйнәһенә ташлана.

Патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үсле киленде ваҡиға урынында ҡулға ала.

Әйткәндәй, ҡатын РФ Енәйәт кодексының 119-сы һәм 115-се статьяларында ҡаралған енәйәттәрҙә лә ғәйепләнә. Былтыр ноябрҙә элекке ҡәйнәһенә һөжүм итеүе буйынса асылған енәйәт эше тамамланған һәм прокуратураға тапшырыу өсөн әҙерләнә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас