Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апреля 2025, 05:15

Ҡот осҡос янғындар!

Ҡатын ике балаһы менән сығып өлгөрә, ә өләсәй кеше ятып ҡала ут эсендә... Ир менән ҡатын да янғында һәләк була... Аяуһыҙ ут тағы бер ирҙең ғүмерен өҙгән...

Ҡот осҡос янғындар!Ҡот осҡос янғындар!
Ҡот осҡос янғындар!

Яңауылда кисә төнгә ҡарай Островский урамындағы йортта янғын сыға. Уны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр һүндерә. Үкенескә, йорттоң хужаһы үлгән... Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.

Благовар районының Благовар ауылында шәхси йортта сыҡҡан янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереү барышында 41 йәшлек ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған (уның кемлеге билдәһеҙ). Янғын сәбәбе асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй.

Стәрлетамаҡ районының Талалаевка ауылында тағы ла бер фажиғә була - унда ла ағас йорт яна. Урынға тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр килә, улар утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе асыҡлауынса, янғын ваҡытында йортта шулай уҡ һәләк булған әбейҙең ҡыҙы һәм ике ейәне була, улар өйҙән сығып өлгөрә. Янғын сәбәбе асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Фото: МЧС РБ.

Ҡот осҡос янғындар!
Ҡот осҡос янғындар!
Ҡот осҡос янғындар!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас