Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апреля 2025, 07:30

«Ҡатыныңдың «итәге аҫтында» йәшәйһеңме?»

Гөлназ Асаеваның ире Вилдан Шәмсетдиновҡа ошондай һорау биргәндәр.

«Ҡатыныңдың «итәге аҫтында» йәшәйһеңме?»«Ҡатыныңдың «итәге аҫтында» йәшәйһеңме?»
«Ҡатыныңдың «итәге аҫтында» йәшәйһеңме?»

Яңыраҡ «ТНВ»  телеканалында барған «Ә һин?» тапшырыуында йырсы-башҡарыусы Вилдан Шәмсетдиновҡа (Виллиға) үрҙәге һорауҙы биргәндәр.

Вилдан да юғалып ҡалмай, тос яуап ҡайтара.

– Эйе. Шулай «итәк аҫтында» йөрөү рәхәт бит, – ти ул.

– Һин яуабың менән шаҡ ҡатырҙың әле. Тормошта ир-егетте башҡа статуста күрәләр. Ысын ғаилә башлығы «итәк аҫтында» йәшәргә тейеш түгел, тигән һүҙ бар.

– Һәр ир-ат үҙен «итәк аҫтында» тип ҡатын-ҡыҙға тойорға мөмкинлек бирергә тейеш.

– Ә һинең позицияң ниндәй? Әллә һин шулай уйларға ерлек тыуҙыраһыңмы, әллә был –ысынлап та шулаймы?

– Белмәйем, нисек булһа ла… Нормально, мин уны насар тип уйламайым.

– Был – Гөлназ һүҙенән сыҡмау, Гөлназ нимә әйтә – шуны эшләү, тип атала. Нимәлер эшләр алдынан Гөлназдан рөхсәт һорау була. «Итәк аҫтында» йәшәү шуны аңлата. Гөлназ хужамы улайһа?

– Әле һеҙ әйткән һүҙҙәр – «итәк аҫтында» тигән һүҙҙәр түгел. Был – нормаль ғаилә тормошо.

– Юҡ инде, һуңғы һүҙҙе ир-егет әйтергә тейеш.

– Гөлназ әйтә, мин дә «эйе» тип әйтеп ҡуям.

– Үҙең берәй нәмә эшләр алдынан Гөлназдан рөхсәт һорайһыңмы?

–  Ултырып һөйләшәбеҙ инде. Беҙҙең яйлы бара бындай эштәр.

– Нимәнелер дөрөҫ эшләмәһәң, Гөлназ һине һүгәме?

– Әйтә инде, һүгә. Ә кемдең ҡатыны һүкмәй һуң?

– Миндә икеле тойғо… Вилданға ышанырғамы, юҡмы?– тип бөтә әңгәмә.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас