Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2025, 10:40

Тауыш биреү башлана

Тиҙҙән Башҡортостанда "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш биреү башлана. Халыҡ ауыл һәм ҡалаларҙа тәү сиратта ниндәй паркты, скверҙы, майҙанды төҙөкләндереүҙе үҙе һайлай ала.

Тауыш биреү башланаТауыш биреү башлана
Тауыш биреү башлана

Тауыш биреү 21 апрелдә башлана. Ошо проект буйынса 2019 йылдан алып республикала 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 

Тауыш биреүҙә 14 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала.

zagorodsreda.gosuslugi.ru сайтында 12 июнгә тиклем һайларға мөмкин. Шулай уҡ һәр төбәктә халыҡҡа кәңәш биреүсе ирекмәндәр эшләй.

Әйткәндәй, тауыш биреүселәр һаны ла йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, 2021 йылда 387 мең кеше ҡатнашһа, 2024 йылға бер миллион кешегә еткән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас