Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2025, 09:10

Иғтибар! Хәҙер бөтәгеҙгә лә шылтыратасаҡтар!

Телефонығыҙҙы һүндермәгеҙ! Бәйләнеште тикшереү бара! 

Иғтибар! Хәҙер бөтәгеҙгә лә шылтыратасаҡтар!Иғтибар! Хәҙер бөтәгеҙгә лә шылтыратасаҡтар!
Иғтибар! Хәҙер бөтәгеҙгә лә шылтыратасаҡтар!

Дәүләт, йәмәғәт, хоҡуҡ органдары түгел, ә мутлашыусылар тикшерә.

Был кеше трубканы алырмы-юҡмы тип шылтыраталар. Ә һеҙ билдәһеҙ номерҙан шылтыратһалар, алмағыҙ, һөйләшмәгеҙ. 

Юғиһә, Дүртөйлө районынан шәфҡәт туташы "етәксе урынбаҫары" , "ФСБ, хеҙмәткәре" , "тәфтишсе Филиппов" менән 17 сәғәт дауамында һөйләшеп, һөҙөмтәлә муттарға 1,8 мең һум аҡса күсергән: машинаһын һатып, сумманы "хәүефһеҙ иҫәпкә" һалған, бөтә тупланмаһын да шунда "йәшергән", таныштарынан бурысҡа алып, "кредиттарҙан үҙен һаҡлаған"...

Муттар уны торлаҡһыҙ ҙа ҡалдыра яҙған: йәнәһе лә, "енәйәтселәр ҡатындың фатирын залог итеп күрһәтеп, уның исеменә 1,7 миллион һум кредит юллаған, шул сумманы тиҙерәк үҙенә алып, банкомат аша "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә кәрәк". Ярай ҙа банкта шәфҡәт туташына ул сумманы бирмәгәндәр. 

Аҙаҡ асыҡланыуынса, етәксе урынбаҫарының аккаунтына аферистар ингән була һәм был турала дөйөм чатта иҫкәртеп яҙалар. Әммә отпускыла ятҡан ҡатын чатҡа инмәгәс, белмәй ҡала. Шуға ла алама сифатлы видео аша енәйәтсенең береһе менән һөйләшеп, бәләгә тарый.

Аферистар көн һайын меңдәрсә кешегә шылтырата. Кем белә, бәлки тап ошо мәлдә һеҙҙең номерҙы ла йыйып ултыраларҙыр. Ә һеҙ, тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан саҡта, трубканы алмағыҙ! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас