Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә:
- 36 йәшлек Лиля 2022 йылда ире менән айырылыша. Судҡа шаһиттар итеп бишенсе ҡатта йәшәүсе ир менән ҡатын саҡырыла, улар Лиляның ире яҡлы була. Был айырылышыуҙы тиҙләтә. Лиля уларға үпкә һаҡлай. Күсеп китһә лә, уларҙы эҙәрлекләй. Бер йыл элек ҡатынға бысаҡ менән һөжүм итә. Бөгөн Проспектҡа килеп, машиналарына ут төртә. Уны шаһиттар тотоп алып, полицияға тапшыра.
Рәсми мәғлүмәттәр:
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы:
- Өфөлә Октябрь проспектындағы 65/2 йорт ихатаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре ут ялмаған "Sangyon Actyon" еңел автомобилен һүндерә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе мәғлүмәттәре буйынса, киске сәғәт һигеҙенселә ҡатын туҡталҡала торған автомобиль капотына яғыулыҡ һибеп, уны яндыра.
Янғын һүндереүселәр урынға килеп еткәс, 5 минут эсендә янғын һүндерелә, зыян күреүселәр юҡ.
БР буйынса Эске Эштәр министрлығы:
- Был турала хәбәр Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегендә теркәлгән. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килә. Видеояҙмала күренгән кешенең шәхесе асыҡланған. Билдәле булыуынса, ул Благовещендан 36 йәшлек ҡатын, уның элек автомобилдең хужаһы менән низағ булған. Әлеге ваҡытта ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Бына шундай хәлдәр. Ундай үсле ҡатындан ҡәберең йыраҡ булһын!
Фото: https://web.telegram.org/k/#@mchsrb01
Видео: Mash Batash телеграм-каналы.