Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2025, 13:32

Ҡатындың ни ғәйебе бар?!

Уй, бындай хәлдән һуң нисек кенә иҫән ҡалды икән бисара?! 

Ҡатындың ни ғәйебе бар?!Ҡатындың ни ғәйебе бар?!
Ҡатындың ни ғәйебе бар?!

Мәләүез районы Ергән ауылында юл-патруль хеҙмәтенең махсуслаштырылған батальоны хеҙмәткәрҙәре "ВАЗ-2114" машинаһы водителенә туҡтарға ҡушҡас, уныһы ҡасырға маташып, газға баҫҡан. Тик әллә ни алыҫҡа китә алмаған, юлдан осҡан! Түңкәрелеп барып төшкән машина эсендә водителдән тыш 37 йәшлек пассажир ҡатын булған, уның күкрәк ситлеге йәрәхәтләнгән. Водитель үҙе зыян күрмәгән.

Асыҡланыуынса, машина менән Салауат ҡалаһынан 28 йәшлек егет идара иткән. Шыр иҫерек (тикшереү тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0,952 алкоголь булыуын күрһәткән).

Водителгә ҡарата транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара иткәне, законлы туҡтатыу талабын үтәмәгәне һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәне өсөн материалдар төҙөлгән. Автомобиле штраф туҡталҡаһына ҡуйылған. Ярай, ҡалай булһа ла, егет үҙе, шөкөр, имен. Тик бына һис бер ғәйепһеҙ йәрәхәтләнгән ҡатын йәл. 

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас