Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апреля 2025, 08:00

Һәр бәлеште уңдыра торған ҡамыр рецебы

Әлбиттә, хужабикәләрҙең үҙ рецебы була. Бына ошолайтып та бешереп ҡарағыҙ әле, һеҙҙең кеүек бер уңғанбикә ебәргән.

Һәр бәлеште уңдыра торған ҡамыр рецебыҺәр бәлеште уңдыра торған ҡамыр рецебы
Һәр бәлеште уңдыра торған ҡамыр рецебы

Ҡамырға: 200 г һыу, 200 г һөт (был ике ингредиент бер стаканлыҡ, йәғни стакандың ҡап яртыһы – һыу, яртыһы – һөт), дүрт-биш ҡалаҡ үҫемлек майы, ике ҡалаҡ майонез, бер-ике ҡалаҡ шәкәр (итле бәлешкә бер ҡалаҡ), бер балғалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ ҡоро сүпрә, самалап он. Йомшаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Әҙерәк ултыртып торорға ла, теләгән эслек ҡушып бәлеш яһарға.

Әйткәндәй, бәлеш табала ла ултыртып торһа, тағы ла яҡшыраҡ була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас