Үҙем өсөн әллә ниҙәр
Кәрәк түгел,
Йылмайып ҡараһа балам –
Тыныс күңел.
Ҡар-буранға, ел-дауылға
Түҙә алам,
Ышыҡтарҙа, йылыларҙа
Булһа балам.
Үҙен-үҙе яҡламай, тип
Көлөрһөгөҙ,
Балама тейеп ҡарағыҙ –
Белерһегеҙ!
Тәнҡит балама хаҡ булһа-
Туҡтатырмын,
Нахаҡ булһа, үҙегеҙҙе
Ҡыйратырмын!
…Балаларым өсөн янып
Ғүмер уҙа.
Мин бит әсәй. Сабырлыҡтар
Бирһен Хоҙай…
Фирүзә Абдуллина.