« Был ял көндәрендә федераль трассалар буйлап йөрөнөм. Юлдарҙы төҙөкләндереүгә , соҡорҙарҙы ямауға, юл буйын сүп – сарҙан таҙартыуға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.
«Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе Денис Абрамов хәбәр итеүенсә, юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Әле трассалар ҡышҡы режимдан сығарыла. 17 бригада юл буйы һыҙаттарын таҙартыу менән шөғөлләнә. Көн һайын 150 кубометрҙан ашыу сүп-сар һәм бысраҡ сығарыла. Тағы 14 бригада юлды ремонтлау менән шөғөлләнә. Ике ведомство ҡарамағындағы асфальт-бетон заводы эшләй башлаған, тиҙҙән өсөнсөһө эшләй башлаясаҡ. Өфөнөң Көнбайыш сығыу юлында М-7 һәм Р-240 трассаларында соҡорҙарҙы ремонтлау тамамлана, М-5-тә эштәр дауам итә.
«Р-240 трассаһындағы йәйәүлеләр үткәүелдәре кеүек махсус социаль әһәмиәтле участкаларға билдәләр ҡуйыу буйынса ла эш башланды. Эштәр бындай һауа торошонда ҡулланырға мөмкин булған һалҡын пластик ярҙамында алып барыла. Ә уртаса тәүлек температураһы +10 градусҡа еткәс, бөтә селтәр буйынса эш башлайбыҙ», – тип билдәләне Абрамов.
Бынан алда Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова Башҡортостан юлдарында 41,4 мең соҡор асыҡланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.