Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2025, 06:50

Еңеүҙең 80 йыллығына геоглиф барлыҡҡа килде

Туймазы, Баҡалы, Саҡмағош, Шаран, Бүздәк урмансылары, депутаттар, район хакимиәттәре вәкилдәре, уҡытыусылар, уҡыусылар "Хәтер баҡсаһы" акцияһында ҡатнашып, 650 төп ағас ултыртты. Хәҙер Яңы Бишенде ауылы янындағы тау битләүен матур яҙыу биҙәй.

Еңеүҙең 80 йыллығына геоглиф барлыҡҡа килдеЕңеүҙең 80 йыллығына геоглиф барлыҡҡа килде
Еңеүҙең 80 йыллығына геоглиф барлыҡҡа килде
"Победа" геоглифын бейектән күрергә була. Һәр хәрефтең ҙурлығы 10 метр, улар 5 - 8 йәшлек ҡарағайҙан тора. Туймазы урман хужалығының юрисконсульты Алһыу Низаметдинова әйтеүенсә, улар был объектты шефлыҡҡа аласаҡ.
Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас