Бөрө төнәтмәһе флегмон, фурункулез, перитонит, мастит кеүек төрлө эренле инфекцияны дауалау мөмкинлеге бирә. Спиртта әҙерләнгән төнәтмәләр организмдан трихомонод, гельминт, лямблий, инфузорий кеүек паразиттарҙы сығарырға ярҙам итә. Паразиттарҙы үлтереп кенә ҡалмай, токсиндарҙан арынырға һәм ашҡаҙан-эсәк таркты эшмәкәрлеген көйләргә лә һәләтле. Унан әҙерләнгән препараттарҙы йөрәк шешенгәндә лә тәғәйенләйҙәр. Бөрөнөң үт ҡыуыу үҙенсәле бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Шулай уҡ уны трахеит менән бронхиттты дауалағанда ла ҡаҡырыҡты сығарыу һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡулланалар.
Ҡайын бөрөһө төнәтмәһе оталарингологияла һәм стоматологиялала ла киң файҙаланыла. Стоматит, гингивит, пародонтоз, ангина, тонзиллит булғанда уның менән ауыҙҙы сайҡатырға йәиһә төнәтмәгә манылған марля салфеткалар менән япма эшләргә мөмкин.
Халыҡ медицинаһында ҡайын бөрөһөн подагра, ревматизм, быуын ауырыуҙарын дауалағанда киң ҡулланалар. Улар шулай уҡ янған урындарҙы, экземаны, һытҡыларҙы дауалауҙа ла ярҙам итә. Төнәтмәһенән әҙерләнгән компрестар яраларҙы бөтәштерә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.