Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2025, 17:06

Ҡурҡмайҙар, мажара эҙләйҙәр!

Башҡортостанда тау йылғаларында ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйылды.

Ҡурҡмайҙар, мажара эҙләйҙәр!Ҡурҡмайҙар, мажара эҙләйҙәр!
Ҡурҡмайҙар, мажара эҙләйҙәр!

Башҡортостанда тау йылғаларында ваҡытлыса ҡотҡарыу постары ҡуйылған, сөнки йөҙөргә теләүселәр һаны арта. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, был ял көндәрендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары "Айғыр һикәлтәләре" районында Кесе Инйәр йылғаһында, шулай уҡ Оло Инйәр һәм Һаҡмар йылғаларында дежур итә. Үткән шәмбелә генә "Айғыр һикәлтәләре" аша 38 турист тейәлгән 9 судно үткән.

Ҡотҡарыусылар иҫкә төшөрә: һыу буйлап сәйәхәт итер алдынан мотлаҡ маршрутты ентекле өйрәнергә, судноның төҙөклөгөн, ҡотҡарыу жилеттары һәм каскаларының булыуын тикшерергә, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы йәки Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында теркәлергә кәрәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас