Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2025, 11:00

Уҫаҡ бөрөһөнөң файҙаһы нимәлә?

 Уҫаҡ бөрөһө менән бауыр ауырыуҙарын, туберкулезды һәм гастритты  дауалайҙар.  

Уҫаҡ бөрөһөнөң файҙаһы нимәлә?Уҫаҡ бөрөһөнөң файҙаһы нимәлә?
Уҫаҡ бөрөһөнөң файҙаһы нимәлә?

   Ангина һәм өҫкө тын юлдары  ауырыуҙарынан  тамаҡты сайҡатыу өсөн уҫаҡ бөрөһөнән төнәтмә әҙерләйҙәр.  Бының өсөн бер ҡалаҡ бөрөгә 200 г ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут йылыла төнәтергә һәм һөҙөп, ике тәүлек һалҡын урында һаҡларға.  Ингаляция эшләр алдынан эҫе һыу ҡойолған кәстрүлгә 2 – 3 ҡалаҡ  ошо төнтәмәне ҡойоп,  таҫтамал менән ҡапланып, йылы боҫон һуларға. 

Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әммә уҫаҡ бөрөһө авитаминозды дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә иң яҡшы сара иҫәпләнә. Унда С витамины ылыҫтарҙыҡына  ҡарағанда ла күберәк.

Апрелдә йыйып алынған 200 г бөрөнө тәүҙә ҡул менән бер аҙ ыуып алағандан һуң, үтә күренмәгән шешәгә һалып, өҫтөнә 300 мл араҡы ҡойорға һәм 10 көн төнәтергә.  Әҙер булғас, ашарҙан  алда көнөнә өс тапҡыр 15-әр тамсы эсергә.

   Уҫаҡ бөрөһөнән май ҙа әҙерләйҙәр .  Уны янған урындарға һөртөргә була. Уны әҙерләү өсөн   бер ҡалаҡ киптерелгән һәм  ваҡланған    бөрө онтағын ваҡ иләк аша үткәреп, 100 г көнбағыш майы ҡушып бутарға.  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас