Полицияға 17 мутлашыу тураһында хәбәр килә.
58 йәшлек ҡатын Туймазы районы полицияһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Уға билдәһеҙ номерҙарҙан "Электр селтәре", "Дәүләт хеҙмәттәре" һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шылтырата. Шылтыратыусылар хәбәр итеүенсә, ҡатындың банк иҫәбендә шикле эшмәкәрлек күҙәтелә, йәғни әллә ниндәй кешеләр уның исеменән кредитҡа ғариза бирә. Ялған хеҙмәткәрҙәр зыян күреүсенең шәхси аҡсалары булыуын белеп ҡала һәм уларҙы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә күндерә. Енәйәтселәргә ышанып, ғариза биреүсе аферистарҙың иҫәбенә 100 мең һум аҡса күсергән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.