Бөгөн Космонавтика көнө уңайынан республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә Башҡортостандың йыһанға бер ярым тоннанан ашыу бал оҙатыуы хаҡында яҙҙы:
- Был шаяртыу түгел. Бал - космонавтарҙың орбитала туҡланыуының мөһим өлөшө, ул витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. Ә башҡорт балы, билдәле булыуынса, иң тәмлеһе һәм файҙалыһы булғанлыҡтан, беҙҙең республика 20 йылдан ашыу инде был продуктты МКС-ҡа ебәргән берҙән-бер тәьмин итеүсе булып ҡала. 2002 йылдан "Башҡорт балы" компанияһы Бирюлевский аҙыҡ-түлек концентраттары эксперименталь заводына даими рәүештә ҙур булмаған бал партияларын ебәрә. Унда уны 250 граммлыҡ махсус тюбиктарға тултыралар. Шундай дүрт һауыт Роскосмос космонавтарына бер нисә айға етә. Әйткәндәй, беҙҙең башҡорт балы осоуға әҙерләнеүселәрҙең һәм ергә ҡайтҡас адаптация үтеүселәрҙең дә махсус рационына инә. Байрамға бына шундай "йыһан" тарихы) Космонавтика көнө менән!
Фото: https://vk.com/wall413272232_1408640