Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля 2025, 13:30

Һөйәктәр өсөн бәлзәм

Уны элек-электән һынған һөйәктәрҙе дауалау өсөн ҡулланғандар. Осоусы-йыһансы Георгий Гречко  аяғын һындырғандан һуң  ҡулланған һәм башҡаларға ла тәҡдим иткән.

Һөйәктәр өсөн бәлзәмҺөйәктәр өсөн бәлзәм
Һөйәктәр өсөн бәлзәм

   Өс литрлыҡ банкаға  аҡ төҫтәге  20 йомортҡаны йыуып, сей килеш һалырға.  Лимондарҙы урталай ҡырҡып, йомортҡалар өҫтөнә һутын һығырға.  Һут йомортҡаларҙы тулыһынса ҡапларға тейеш.  Банканың өҫтөн  салфетка (марля) менән ябып,  йомортҡаның ҡабығы тулыһынса иреп бөткәнсе 15 – 20 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һуңынан  яҡшы итеп болғатырға һәм  йомортҡаларҙың ярыһын  ҡалаҡ менән һөҙөп алырға. Әҙер ҡатнашмаға  0,5 л коньяк ҡойоп, һыуытҡыста һаҡларға.   Көнөнә өс тапаҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда  берәр ҡалаҡ эсергә.

Тик ашҡаҙан сей яраһы, гастрит һәм бәлзәмдең компоненттарына аллергияһы булған кешеләргә уны ҡулланырға  ярамай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас