23 мартта Әлшәй районы Раевка ауылында юғалған 48 йәшлек Айҙар Тәбрис улы Ғилманов әлегәсә әйләнеп ҡайтмаған.
30 мартта Сибайҙа юғалған 42 йәшлек Данил Әмир улы Усманов хаҡында бер хәбәр ҙә юҡ.
1 апрелдә Белорет районы Сосновка ауылында юғалған 24 йәшлек Никита Михайлович Швецковтың һаманғаса ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.
Әлшәй районы Чайкин утарында йәшәүсе 83 йәшлек Саниәхмәт Әхмәт улы Кәримов 6 апрелдә өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.
9 апрелдә Әлшәй районы Раевка ауылында юғалған 27 йәшлек Эдгар Александрович Емельяновты ла эҙләү дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.