Ҡурҡыныс авария 10 апрелдә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә була. Ашығыс ярҙам бригадаһы тапалған баланы тиҙ арала яҡындағы медицина учреждениеһына алып килә. Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы персоналы ҡыҙға беренсе ярҙам күрһәтә. Шунан һуң урындағы табиптар РДКБ белгестәре - реаниматолог һәм травматолог менән телемедицина консультацияһы үткәрә. Табиптар профессиональ ҡатнашыу кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итеп, Өфө травматологы санитар авиация линияһы буйынса пациентҡа ебәрелә. Урынға килеп еткәс, республика дауаханаһы белгесе операцияны уңышлы башҡара һәм баланы артабан дауалау тактикаһын билдәләй. Әлеге ваҡытта ҡыҙҙың хәле ауыр. Табиптар йәш пациентты, хәле тотороҡланғас, республиканың баш ҡалаһына күсерергә ниәтләй.
Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың телеграм-каналы.
Видео: https://web.telegram.org/k/#@bdtprb