Республикала «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты әүҙем ғәмәлгә ашырыла.
БР дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин әйтеүенсә, бөгөн беҙҙә халыҡтың 92 проценты юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа тоташа ала. 14 мең кеше иһә киң һыҙатлы интернет менән эшләй.
Былтыр операторҙар 1,8 мең база станцияһын яңыртҡан, шуларҙың 267-һе - өр-яңы.
Биш йылда 1000 тораҡ пунктта мобиль элемтә булдырылған.
Фото: Министерство цифрового развития государственного управления Республики Башкортостан.