Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағаттан әҙерләнгән препараттар бик яҡшы организмды таҙартыу сараһы булып тора. Улар бәүел һәм үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, тир бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Ә тир һәм бәүел менән бергә организмдан артыҡ тоҙҙар ҙа сыға, аш эшкәртеү көйләнә, эсәктәрҙең флораһы яҡшыра.
Ҡара ҡарағаттың бөрөһөндә, япраҡтарында һәм ботаҡтарында организмдан ҡурғаш, кобальт, терегөмөш кеүек ныҡ ағыулы металдарҙың тоҙҙарын сығарырға һәләтле матдәләр бар.
Унан витаминлы сәй әҙерләйҙәр. Бының өсөн бер балғалаҡ кипкән бөрөнө бер стакан ҡайнар һыуға һалырға һәм 20 минут төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алып эсергә мөмкин. Сәләмәтлеккә файҙаһы булһын өсөн көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.