БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ташҡын башланғандан алып һыу баҫыуға бәйле бөтәһе 549 мөрәжәғәт теркәлгән.
Өфө ҡалаһында һәм Шишмә районында хәл контролдә ҡала.
Эҫем һәм Ағиҙелдә генә һыу кимәле бер аҙ артҡан, башҡа йылғаларҙа һыу шул килеш йәки бер ни тиклем кәмегән.
Һыуһаҡлағыстар тултырыу режимында эшләй.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.