3 стакан он, ярты балғалаҡ сода, ярты стакан шәкәр, 1 балғалаҡ тоҙ һалып, бутарға. Ҡоро массаға 2 йомортҡа, 3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1,5 стакан йылымыс һөт һалып, бутарға. Уға сөпрәле һыуҙы, тағы ла 1,5 - 2 стакан он өҫтәп (ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булғансы), ҡамыр баҫырға. 40 минут тирәһе йылы урында ултыртып торорға кәрәк, артыҡ ҡабарып китһә, ҡалаҡ менән төрткөләп алырға була.
Ҡамырҙы йәйгәс, махсус форма менән ҡабартмалар киҫеп сығырға һәм уларҙы 30 минут ҡабартырға. Уларҙы көнбағыш майында ике яҡлап ҡыҙҙырып алалар ҙа, өҫтөнә шәкәр онтағы һибәләр.