Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2025, 08:00

Бауыр сәләмәт булһын өсөн

Уны даими рәүештә таҙартып торорға кәрәк. Бында төрлө төнәтмәләр ярҙам итә. 

Бауыр сәләмәт булһын өсөнБауыр сәләмәт булһын өсөн
Бауыр сәләмәт булһын өсөн

    Бауырҙы таҙартыу өсөн    өс стакан һолоно биш литрлыҡ быяла һауытҡа һалып,    өс ҡалаҡ ҡайын бөрөһө һәм ике ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәленең кипкән  япрағын ҡушырға һәм  бүлмә температураһындағы дүрт литр  һыу ҡойорға.    Бер көн һалҡында тотҡас, дүрт сәғәт ҡапҡасын ябып,  талғын утта ҡайнатырға.   Шунда уҡ  өс ҡалаҡ күгүлән (спорыш) япрағы һәм һабағы,  ике ҡалаҡ кукуруз емешлеге ауыҙы (кукрузные рыльца) ҡушып, тағы ла ¼ сәғәт  талғын утта тоторға.  ¾ сәғәттән һуң һөҙөп алырға. Был төнәтмәне гөлйемеш төнәтмәһе  менән ҡушырға кәрәк.  Уныһы түбәндәгесә әҙерләнә. Бер стакан гөлйемеште иҙеп, бер литр һыу ҡойорға һәм  10 минут ҡайнатып алғас,  дүрт сәғәт һыуыҡта тоторға.    Әҙер булғас, ике төнәтмәне бергә ҡушып,  ҡараңғыла һәм һалҡында һаҡларға. Тәүлегенә дүрт тапҡыр ашарҙан  ярты сәғәт алда 150 мл эсергә.  Кискеһен сәғәт 7-гә тиклем эсергә кәңәш ителә.  Артыҡ ныҡ һыуыҡ килеш тә эсергә ярамай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 


Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас