Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2025, 11:30

Башҡортостан артистары Мәскәү сәхнәһендә

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры илебеҙҙең баш ҡалаһында сығыш яһаны. Улар данлыҡлы Ҙур театр сәхнәһендә “Рахманинов. Ғүмер буйына һуҙылған симфония” балет-фантазияһын күрһәтте.  

Ҙур аншлаг менән үткән тамашаны республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡараны.

“Беҙҙең театр һуңғы тапҡыр был сәхнәлә 1955 йылда сығыш яһаған. Бөгөнгө сығыш тураһында дүрт йыл элек һөйләшеүҙәр алып бара башлағайныҡ. Был күренеш матур йолаға әүерелер һәм йыл һайын ҡабатларбыҙ, тип ышанам. Был сәхнәлә сығыш яһау – һәр артистың иң ҙур хыялы”, – тине ул журналистарға тәьҫораттары менән бүлешеп.

Гастроль Радий Фәрит улының ҡушыуы буйынса һәм Ҙур театр булышлығында ойошторолдо.

Балет-фантазияның премьераһы 2023 йылдың ноябрендә, бөйөк композиторҙың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы үткәйне. Либретто авторы һәм ҡуйыусы рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков, ҡуйыусы дирижер Рәсәйҙең халыҡ артисы, Мәскәү музыка театрының баш дирижеры Феликс Коробов, ҡуйыусы-хореограф – Борис Эйфмандың Балет театры артисы Олег Габышев.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас