Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2025, 11:44

Мәктәп директорын ҡулға алғандар

Бөгөн ниндәйҙер тиҫкәре көн, ахыры. Йәнә бер аптыраҡ: Стәрлетамаҡта мәктәп директорын - 45 йәшлек ханымды тотоп япҡандар. 

Мәктәп директорын ҡулға алғандарМәктәп директорын ҡулға алғандар
Мәктәп директорын ҡулға алғандар

БР судтарының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түрәбикә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. 

Сәбәп шунда: директор мәктәптең футбол майҙанын документһыҙ-ниһеҙ, ҡала мэрияһының рөхсәтенән тыш ҡуртымға биргән, ҙур күләмдә ришүәт алған.

Әле ханым 30 апрелгә тиклем ҡулға алынған.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас