Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля 2025, 08:00

Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған

Тәтешле районында, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фәнис Хөсәйеновтың тыуған ерендә, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса Мостай Кәрим исемендәге  Милли йәштәр театры тарафынан ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле ҡуйылды.

Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлағанФәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған
Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған

Тәтешле районында, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Фәнис Хөсәйеновтың тыуған ерендә, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы буйынса Мостай Кәрим исемендәге  Милли йәштәр театры тарафынан ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле ҡуйылды. Драматик әҫәрҙе бер кем дә тыныс ҡына ҡарай алманы, тетрәнеүҙәр менән тулы эске кисерештәр  күҙ йәштәренә лә ирек бирҙе.

Тамашаны ҡарарға  геройҙың  әсәһе Фәриҙә ханым менән бәләкәс ҡыҙы Әминә лә килгән. Баланың  атаһын– «Ҡаһарман»ды  уйнаған актер Байегет Мөхәрләмовты күреп , ҡыҙ сәхнәнән күҙен алмаған, тамашаның бөткәненә түҙмәй хатта эргәһенә лә менергә лә уйлаған.

Атаһын юҡһынған Әминә спектаклдән һуң ярты сәғәт Фәнис булып уйнаған Байегетте муйынынан ҡосаҡлап тик торған.  «Әйҙә , ҡал да ҡуй бында! Ағайым булырһың», – тигән үҙенең атаһының йөҙөн актерҙа күргән ҡыҙ.

Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған
Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған
Фәнис Хөсәйеновтың ҡыҙы актерҙы атаһы тип уйлаған
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас