Акция көндәлек хәрәкәт әүҙемлеген арттырыуға булышлыҡ итә һәм йәйәү йөрөүҙе пропагандалай.
Йыл һайын үткәрелгән акцияла Дыуан, Йәрмәкәй, Яңауыл һәм республиканың башҡа райондары халҡы ҡатнашты. Ҡатнашыусылар араһында спортсылар, тренерҙар, төбәктең физкультура-спорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ғаиләләр, хеҙмәт коллективтары, студенттар төркөмдәре бар ине.
Старт алдынан бөтә ҡатнашыусы өсөн дәртләндереү зарядкаһы ойошторолдо. Артабан ҡатнашыусылар символик 10 000 аҙым үтте һәм финишҡа килеп етеүгә тәмле сәй эсте.
Фото: Министерство спорта Республики Башкортостан
.