Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың Октябрь проспектында – 80 төп ҡайын, Салауатта – 80 төп йүкә, ә Октябрьскийҙың Еңеү паркында 80 төп шыршы ултыртыу планлаштырыла. Нефтекамала «Киләсәк аллеяһы»н булдырыу күҙаллана, унда 100 төп пирамидаль тирәк үҫентеһе ултыртыласаҡ. Өфөлә 3 мең эре ағас һәм 1700 ҡыуаҡ ултыртыу, 3 тематик аллея булдырыу ҡаралған.
Быйыл яҙ бөтәһе 7700 төп эре һәм 67 мең төп башҡа үҫенте ултыртыу планлаштырыла. Акцияла 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә, уларҙың 5 меңе – ирекмәндәр.