Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2025, 11:15

Бала ҡайғыларын кисерергә яҙмаһын, Хоҙайым…

Кисә янғында ике балаһын юғалтҡан ҡатын 17 йәшлек улын да ерләгән булған.

Бала ҡайғыларын кисерергә яҙмаһын, Хоҙайым…Бала ҡайғыларын кисерергә яҙмаһын, Хоҙайым…
Бала ҡайғыларын кисерергә яҙмаһын, Хоҙайым…

 

Кисә Өфө үҙәгендәге күп ҡатлы йортта  янғын булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фатирҙа төтөнгә ағыуланған  77 йәшлек ҡатын һәм уның 8 һәм 4 йәшлек ейәндәрен ҡотҡара алманылар. 12 йәшлек ейәне футбол уйнарға сығып китеп кенә иҫән ҡалған.

Әсәй кеше балаларын балалар баҡсаһынан алып, уны оло йәштәге әсәһенә ҡалдырып китә һәм йоҡо бүлмәһендә янғын сыға.

Фажиғәлә һәләк булған малайҙарҙың әсәһе бынан алда тағы бер балаһын ерләгән булған. Бала саҡтан етди сирләгән 17 йәшлек улы ковидтан үлгән.

 

Фото: МЧС РБ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас