Ғаилә башлығы яраланып госпиталдә ята. Моғайын да, хужалыҡ эштәрендә ғаиләһенә ярҙам итә алмауы өсөн борсолоп яталыр. Ауылдаштары уның ғаиләһенә ярҙам итергә булған- ярылмай ятҡан бер өйөм утынын ярып та биргән.
"Еңел булмаған ваҡытта Ташлы ауылы кешеләренә битраф булмауҙары, яугирҙарға ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт әйтәм", - тип яҙа социаль селтәрҙә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин.