1-се ҡат: 400 г тауыҡ бауырын тоҙло һыуҙа бешереп, ҡырғыс аша үткәрергә.
2-се ҡат: 3 тоҙло ҡыярҙы ҡырғыс аша үткәрергә.
3-сө ҡат: 2 кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, 2 туралған һуған ҡушып, әҙер булғансы үҙемлек майында ҡыҙҙырырға һәм 3 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ менән бутарға.
4-се ҡат: 3 бешкән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрергә.
5-се ҡат: 50 г ҡаты сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә.
Һәр ҡатламға майонез һыларға һәм салаттың өҫтөн ваҡлап туралған укроп менән биҙәргә.