Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2025, 20:05

“Әсәй” – Мама” – йөрәк ауазы

Былтыр апрель айында Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында яугир әсәләренә арналған яңы проект – “Әсәй” – “Мама” тапшырыуының тәүге сығарылышы эфирға сыҡҡайны. Ул ғәзиз балаларын ил һағына оҙатҡан әсәйҙәргә арналған. Программа геройҙары — Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән оло йөрәкле сабыр әсәләр. Ижади төркөм бер йыл эсендә төрлө яҙмышты, тарихты, батырлыҡты һүрәтләгән 50-нән ашыу сюжет әҙерләп күрһәтте...  

“Әсәй” – Мама” – йөрәк ауазы“Әсәй” – Мама” – йөрәк ауазы
“Әсәй” – Мама” – йөрәк ауазы

2 апрелдә Башҡортостан телевидениеһы Өфөлә “Әсәй” – “Мама” хәйриә концерты ойошторҙо. Унда тәү сиратта тапшырыуға төшкән һалдат әсәләре, шулай уҡ ил һағында торған яугирҙәрҙең яҡындары саҡырылды. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Алһыу Бәхтиева, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Иҙрис Кәлимуллиндар менән бергә эстрада йондоҙҙары Дияна Ишниязова, Хәсән Усманов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Алена Завьялова, Юнир Ҡоланбаев, Гөлсинә Мәхәмәҙиева, Фәриҙә Ғаззалова, «Премьер» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһаны. Һәр йыр ер йөҙөндәге иң бөйөк кешегә – ӘСӘЙГӘ арналды.

Бөгөн илебеҙҙең һәр гражданины ил яҙмышы, киләсәге өсөн ут йота. Ә ҡәҙерле кешеһен яуға оҙатҡан әсә йөрәгендә ил генә түгел, бала хәстәре лә йәшәй. Уларҙың һәр береһе икеләтә һағыш, икеләтә әрнеү, икеләтә борсолоу менән йәшәй. “Әсәй” – “Мама” тапшырыуы өҫтөндә эшләүсе ижади төркөм улар күңелендәге ошо йөктө уртаҡ итеп алып, халыҡҡа еткереүҙе, һалдаттар менән бергә әсәйҙәр батырлығын да мәңгеләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Проект авторы һәм етәксеһе – БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова, авторҙары Зилә Баймырҙина, Рәйсә Ҡаҙбулатова, Айнур Ибраһимов, хәйриә сараһын ҡуйыусы режиссер Радик Фәтхиев, компьютер графикаһы инженерҙары Наил Айнуллин, Линар Нурғәлиев, Эльмир Йыһануров һәм башҡаларҙың оло хеҙмәте ул был проект. Ә инде хәйриә концерты ойоштороп, телевидение хеҙмәткәрҙәре еңеүҙе яҡынайтҡан һәр кемгә үҙҙәренең оло рәхмәтен еткерҙе.

Хәйриә сараһына билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә йүнәлтеләсәк.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас