Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2025, 09:00

Милли йәштәр театры премьера әҙерләй

Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Авторы - Мәликә Икрамова.  

Милли йәштәр театры премьера әҙерләйМилли йәштәр театры премьера әҙерләй
Милли йәштәр театры премьера әҙерләй

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының рус труппаһы "Спасите, Ленку" тигән спектакль әҙерләй. Унда Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ҡамауҙа ҡалған Ленинградта бара. Кескәй бала аслыҡтан һәм ауырыуҙан үлем хәленә етә. Хыялында ул йылы Африкала - урындағы изге күңелле кешеләр мотлаҡ ярҙамға киләсәгенә ышана. Әммә ысынбарлыҡта хәлдәр күпкә ҡатмарлыраҡ...

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев, рәссамы - Наталья Белова (Санкт-Петербург), музыкаль биҙәлеше Ульяна Ратушная. Премьера 25-26 апрелгә тәғәйенләнгән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас