Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2025, 10:00

Ғалимәнең исеме мәңгеләштерелде

Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.  

Ғалимәнең исеме мәңгеләштерелдеҒалимәнең исеме мәңгеләштерелде
Ғалимәнең исеме мәңгеләштерелде

Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Сараға Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, ғалимәнең хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, уның яҡындары килде. Башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын өйрәнеүгә, үҫтереүгә күп көс һалған ғалимә 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында донъяға килгән. Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтының аспирантураһында уҡыған, факультеттың деканы булған осорҙа профессор исемен алған. Алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле педагог 1995 йылда Башҡортостандың мәғариф министры итеп тәғәйенләнә. Артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары, 2005 йылдан директоры булып эшләгән.

Фирҙәүес Хисамитдинова 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 40 монография һәм һүҙлектәр авторы, Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтайҙың тәүге саҡырылыш депутаты. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар Республика ҡатын-ҡыҙҙары берлеген етәкләй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында эшләй. Сараға килеүселәр арҙаҡлы ғалимәнең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналаған ғилми совет ултырышында ҡатнашты. Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылыу яулаған шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса эш киләсәктә лә дауам итәсәк, тине сараны ойоштороусылар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас