+24 °С
Ямғыр
Халыҡ-ара балалар һәм йәштәр спектаклдәре фестивале Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 12 - 20 октябрҙә үтәсәк.
Әлеге ваҡытта унда ҡатнашыу өсөн республика, Рәсәй һәм сит ил театрҙарынан ғаризалар ҡабул ителә (1 майға тиклем). Унда һуңғы өс йылда сыҡҡан спектаклдәр ҡатнаша ала. Эксперт советы иң-иң ун спектаклде фестивалгә һайлап аласаҡ.